Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 3:12 - Изге Яҙма

12 Әгәр ҡорбаны кәзә малынан икән, уны Раббы ҡаршыһына алып килһен,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Әгәр ҡорбаны кәзә малынан икән, уны Раббы ҡаршыһына алып килһен,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Әгәр ҡорбаны кәзә малынан икән, уны Раббы ҡаршыһына алып килһен,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 3:12
15 Iomraidhean Croise  

Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын.


– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын.


Ҡорбан килтереүсе тотош яндырыу ҡорбанын тунаһын һәм киҫәктәргә бүлгеләһен.


Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһе тураһында һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды.


Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен.


Артабан Һарун халыҡтың ҡорбанын тәҡдим итте. Халыҡтың гонаһтары өсөн тәғәйенләнгән кәзә тәкәһен салды; уны беренсе гонаһ ҡорбаны кеүек килтерҙе.


Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алып килегеҙ. Бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк!»


Ә һарыҡ тәкәһен ҡорбан иткәндә, уға өҫтәп, бер һин зәйтүн майының өстән бер өлөшөн һалып болғатҡан бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте.


Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan