Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 3:1 - Изге Яҙма

1 Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 3:1
29 Iomraidhean Croise  

Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


Унан Муса Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар.


Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.


«Татыулыҡ ҡорбаны килтерҙем, нәҙеремде бөгөн үтәнем.


Ете көн үткәндән һуң, һигеҙенсе һәм артабанғы көндәрҙә, ҡаһиндар ҡорбан усағында тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарығыҙҙы тәҡдим итер. Шул саҡ Мин һеҙҙән ҡәнәғәт буласаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким.


Исраилдың мул һыулы утлауҙарындағы көтөүҙән ике йөҙ һарыҡтан бер һарыҡ алыныр. Халыҡты гонаһтарынан паклар өсөн уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы һәм татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын.


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен.


Әгәр ҙә берәйһе татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал килтерһә, ул кәмселекһеҙ тәкә йәки орғасы мал булһын.


Халыҡ өсөн татыулыҡ ҡорбаны булған үгеҙ менән һарыҡ тәкәһен салды. Улдары ҡорбандарҙың ҡанын бирҙе һәм Һарун уны һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте.


Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.


Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та, нәҙер ҡорбаны итеп бөйөк Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Ҡорбанға тип һуҡыр мал килтереү золом түгелме ни? Ҡорбанға тип аҡһаҡ, ауырыу мал килтереү яҡшы эшме ни? Алып барып ҡара әле ошондайҙы түрәңә – мөрхәтһенерме ул? Илтифат күрһәтерме һиңә? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Нәҙерҙе үтәргә йәки татыулыҡ ҡорбанына Раббы өсөн тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбан итеп үгеҙ әҙерләһәң,


Ул Раббыға ҡорбан итеп яндырыу өсөн бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәс, гонаһ ҡорбаны итеп бер йәшлек кәмселекһеҙ орғасы бәрәс, татыулыҡ ҡорбаны итеп кәмселекһеҙ бер тәкә,


татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғамминадав улы Нахшон алып килгән саҙаҡалар бына шулар.


татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Педаһсур улы Гамлиил алып килгән бүләктәр бына шулар.


Тотош яндырыу ҡорбандарығыҙҙы ите һәм ҡаны менән бергә Раббының ҡорбан усағында тәҡдим итегеҙ. Башҡа ҡорбандарығыҙҙың ҡаны Раббының ҡорбан килтереү урынында ғына түгелергә тейеш, ә итен ашағыҙ.


Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Һеҙ ҙә беҙҙең менән тығыҙ аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Атабыҙ Алла һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр.


Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan