1 Раббы Мусаға былай тине:
Муса быларҙы Һарун менән улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан итте.
– Һарунға һәм улдарына әйт, Исраил халҡының Миңә бағышлаған изге ризыҡтары менән һаҡ булһындар, изге исемемде хурламаһындар. Мин – Раббы.
– Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.
Килтерелгән ҡорбан-саҙаҡаларҙан һиңә тағы ла ошолар тейеш: исраилдарҙың бөтә һелкетмә ҡорбандарын Мин мәңгелек өлөш итеп һиңә, һинең улдарыңа, ҡыҙҙарыңа бирәм. Йортоңдағы һәр пак кеше уларҙы ашай ала.