Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 21:9 - Изге Яҙма

9 Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 21:9
16 Iomraidhean Croise  

Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.


Ҡыҙыңды фәхешлек ҡылырға мәжбүр итеп, мәсхәрәгә ҡалдырма. Юҡһа илдә зинасылыҡ таралыр һәм ул боҙоҡлоҡ менән тулыр.


Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ.


Затығыҙҙы һеҙҙең язалайым, байрамдарығыҙҙа ҡорбан иткән малдарығыҙҙың тиҙәген йөҙөгөҙгә ырғытам, һеҙ үҙегеҙ ҙә уның менән бергә ырғытыласаҡһығыҙ.


Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк.


Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.


– Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы.


Әгәр берәйһендә харам ҡылынырға тейешле әйберҙәр барлығы асыҡланһа, ул кеше бөтә мал-мөлкәте менән утта яндырыласаҡ, сөнки ул Раббы менән килешеүҙе боҙған һәм Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған».


Кем дә кем берәй ҡатынға ла, уның әсәһенә лә өйләнһә, был – боҙоҡлоҡ. Арағыҙҙа боҙоҡлоҡ булмаһын өсөн ул да, ҡатындар ҙа утта яндырылһын.


Шәмбене һаҡлағыҙ: ул һеҙҙең өсөн изге. Шәмбене боҙған кеше үлемгә дусар ителергә тейеш, шәмбе көнө эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan