Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 20:2 - Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 20:2
33 Iomraidhean Croise  

Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр.


Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.


Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.


Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра.


Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.


Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».


Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы.


Уларға килтергән саҙаҡалары – тәүге булып тыуған һәр ир баланы утта ҡорбан итеү менән үҙҙәрен нәжесләргә ихтыяр бирҙем. Дәһшәткә төшһөндәр һәм Минең Раббы булғанымды белһендәр өсөн эшләнем быны».


Һеҙ, боттарға бүләктәр килтереп, балаларығыҙҙы утта яндырып, бөгөнгә тиклем бөтә боттарығыҙ менән үҙегеҙҙе нәжесләйһегеҙ. Шулай икән, нисек килеп Минән кәңәш һорарға баҙнат итәһегеҙ, эй Исраил нәҫеле? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә һорарға рөхсәт бирмәйәсәкмен.


Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп, боттарына һондолар.


Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда!


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе һунарҙа һеҙгә ашарға мөмкин булған йәнлек йәки ҡош аулаһа, уның ҡанын ағыҙһын һәм тупраҡ менән ҡаплап ҡуйһын.


Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.


Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа,


Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.


Раббы Мусаға былай тине:


Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Раббы исемен хурлаусы мотлаҡ үлтерелһен. Килмешәкме, ерле халыҡтанмы, бөтә йәмғиәт тарафынан таш бәреп үлтерелһен.


Муса был һүҙҙәрҙе Исраил халҡына иғлан иткәндән һуң, исраилдар Раббыны ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә алып сығып таш бәреп үлтерҙе. Шулай итеп, улар Раббының Мусаға биргән бойороғон еренә еткереп үтәне.


Юҡ, үҙегеҙ менән һеҙ Мөләх сатырын, Райфан илаһығыҙҙың йондоҙон, табыныр өсөн үҙегеҙ яһап алған һындарҙы алдығыҙ. Шуға күрә Мин һеҙҙе Бабилдан да арыраҡ һөргөнгә оҙатам».


Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙың береһендә арағыҙҙан берәй ирме, ҡатынмы, Уның менән килешеүҙе боҙоп, Уның күҙендә яман булғанды ҡылһа:


Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы,


Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.


ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan