Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 2:4 - Изге Яҙма

4 Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 2:4
21 Iomraidhean Croise  

Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар.


Исраил халҡы был тәғәмде майҙә тип атаны. Ул ап-аҡ, кориандр орлоғона оҡшаған булып, тәме менән баллы йоҡа көлсәне хәтерләтә ине.


Сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫылған күмәс, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр ал – улар бөтәһе лә иң яҡшы бойҙай ононан бешерелһен.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Ул миңә: – Был – ҡаһиндарҙың ғәйеп ҡорбаны һәм гонаһ ҡорбаны иттәрен, икмәк саҙаҡаларын бешерә торған урын, – тине. – Кешеләр был изге ризыҡҡа теймәһен өсөн, ул тышҡы ихатаға сығарылырға тейеш түгел.


Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары, ҡаһиндар, уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге.


Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге.


Әгәр ҙә берәйһе рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны килтерә икән, зәйтүн майына баҫып бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк алып килһен.


кәрзингә һалып иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, йәнә былар менән бергә икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан алып килер.


Ул шәкерттәренә: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.


Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ҡуйығыҙ!


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, ауыҙынан ялған сыҡҡаны булманы».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan