Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 17:4 - Изге Яҙма

4 һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 17:4
30 Iomraidhean Croise  

Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.


Лира ауаздары менән Раббыға шөкөр итегеҙ, Ун ҡыллы арфала Уны данлап көйләгеҙ.


Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр.


Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр.


Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».


Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен.


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын.


Һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин Исраил халҡына: «Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ», – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.


әгәр исраилдарҙан берәйһе тупламда йәки тупламдан ситтә үгеҙ, һарыҡ йәки кәзә салһа,


Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен.


әммә уны Раббыға ҡорбан иткәндәй Осрашыу сатыры алдында эшләмәһә, ул кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.


Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр.


Әгәр ҙә берәй ҡатын мал-тыуар менән яҡынлыҡ ҡылһа, ҡатын да, мал да үлтерелһен. Улар мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле.


Күреме ваҡытында берәй ҡатын менән ятҡан һәм яҡынлыҡ ҡылған әҙәм, ҡатындың күрем сығанағын асҡан, ә ҡатын уға күрем сығанағын күрһәткән – улар икеһе лә халҡы араһынан ҡыуылыр.


Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны Осрашыу сатыры ауыҙында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар – малдың ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.


Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит хәрәм һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер.


Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтар өсөн ҡапҡамын.


Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тәҡүә тип һанаған кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:


Донъяла гонаһ ҡанунға тиклем үк булған, әммә ҡанун булмағанда, гонаһ та иҫәпкә алынмай ине.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Йә Раббы, Үҙең йолоп алған халҡың Исраилды пакла, ғәйепһеҙгә түгелгән ҡан өсөн халҡыңдан һорама». Шул сағында улар ҡан түгеү гонаһынан пакланыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan