Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Левиҙәр 13:6 - Изге Яҙма

6 Ҡаһин уны етенсе көндө тағы ҡараһын. Әгәр яра уңала башлаған, тирегә йәйелмәгән икән, ҡаһин ул сирлене таҙа тип иғлан итер. Был бары тик ябай сабыртҡы ғына. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Ҡаһин уны етенсе көндө тағы ҡараһын. Әгәр яра уңала башлаған, тирегә йәйелмәгән икән, ҡаһин ул сирлене таҙа тип иғлан итер. Был бары тик ябай сабыртҡы ғына. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа буллыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Ҡаһин уны етенсе көндө тағы ҡараһын. Әгәр яра уңала башлаған, тирегә йәйелмәгән икән, ҡаһин ул сирлене таҙа тип иғлан итер. Был бары тик ябай сабыртҡы ғына. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Левиҙәр 13:6
23 Iomraidhean Croise  

халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ йөрәгендәге хәсрәтен әйтеп, доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,


күктәрҙән уларҙың доғаларына һәм үтенестәренә ҡолаҡ һал һәм уларҙың яҡлаусыһы бул.


«Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ, гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр?


Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.


Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ; Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр.


Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.


Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм.


Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.


– Әгәр берәй кешенең тән тиреһенә шеш, сабыртҡы йәки тап сыҡһа һәм уның йоғошло тире ауырыуына әйләнеү ихтималы булһа, ул кеше Һарун ҡаһинға йәки уның нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың береһенә килтерелһен.


Етенсе көндө ҡаһин яраны ҡараһын: әгәр ҙә яра үҙгәрмәһә, тире өҫтөнә йәйелмәгән булһа, уны йәнә ете көн тотһон.


Ләкин ҡаһин уны ҡарап таҙа һанағандан һуң сабыртҡы тирелә йәйелеп китһә, сирле ҡаһинға ҡабат күренһен.


Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен.


Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Тик был кире, аҙғын быуын Уға тоғролоғон һаҡламаны. Уға бала булманылар, Шуға хурлыҡҡа ҡалдылар.


Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan