1 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.
– Әгәр берәй кешенең тән тиреһенә шеш, сабыртҡы йәки тап сыҡһа һәм уның йоғошло тире ауырыуына әйләнеү ихтималы булһа, ул кеше Һарун ҡаһинға йәки уның нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың береһенә килтерелһен.
Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килде лә алдына тубыҡланып: – Теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.
Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине. Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды.
Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.
Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә.