Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Хаваҡҡуҡ 3:18 - Изге Яҙма

18 Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

18 Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға Шатлыҡ менән ҡауышырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Хаваҡҡуҡ 3:18
30 Iomraidhean Croise  

Ошо рәүешле Дауыт һәм бөтә Исраил халҡы Раббы һандығын шау-гөр килеп, мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып алып барҙы.


Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам.


Әмер бирҙе: саранчалар ябырылды, Һәр тарафты ҡорт-ҡарышлауыҡ баҫты.


Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!


Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам, Залимдар араһына инмәнем.


Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.


Дауыттың мәҙхиәһе. Авимәләх алдында аҡылдан шашҡан булып ҡыланған һәм ҡыуылып китеп барған ваҡытында сығарылған.


Йә Раббы, доғамды ишет, Ялбарыу ауазыма ҡолаҡ һал!


Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны.


Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!»


Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“.


Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң.


Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.


Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам.


Әфраимдар батыр яугир кеүек булыр, Шарап эскән кеүек күңелдәре күтәрелер. Улдары быны күреп шатланыр; Йөрәктәре Раббыла ҡыуаныс табыр.


Бөтә халыҡтар алдындаҺин әҙерләгән ҡотолоуҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.


Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.


Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!


Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәгән килеш, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan