1 Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәрҙең доғаһы.
Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында. Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын!
Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!