Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Хаваҡҡуҡ 2:8 - Изге Яҙма

8 Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Хаваҡҡуҡ 2:8
33 Iomraidhean Croise  

Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!


сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер, уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр.


Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.


Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр. Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер. Һине талағандар үҙҙәре таланыр, Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр.


Бабилды уратып, сафҡа теҙелегеҙ, Эй һеҙ, ян керешен тартыусылар, Атығыҙ, уғығыҙҙы йәлләп тормағыҙ, Сөнки ул Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылды.


Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә!


Ҡылыс аттарына, яу арбаларына, Килмешәктәрҙән торған ғәскәренә төшһөн! Уларҙы ҡурҡаҡ ҡатындар итһен! Хазиналарына ҡаршы ҡылыс килһен! Улар барыһы ла таланасаҡ.


Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр, Бик мул хазиналары булғандар, Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө.


Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –


Ҡапыл төшөп селпәрәмә килде Бабил – Йәлләп уның өсөн йәш түгегеҙ! Яраларына бәлзәм һөртөгөҙ, Бәлки, уға дауа табылыр».


Сауҙаң арта барған һайын Яуызлыҡҡа тулдың, гонаһ ҡылдың. Шуға күрә нәжес әйбер кеүек Һине Алла тауынан бырғаным, Янар таштар араһынан ҡыуҙым Эй һин, ҡурсалаусы кируб!


Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».


Ләкин Раббы көнө яҡынлаша, Барса ҡәүемдәргә хөкөм көнө! Үҙең ни ҡылһаң, һиңә шул булыр, Ғәмәлдәреңдең ҡоһоро үҙ башыңа төшөр.


Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.


Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр, Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн Һине дәһшәт солғап алыр. Һин кеше ҡанын ҡойҙоң, Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең.


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan