Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Хаваҡҡуҡ 2:1 - Изге Яҙма

1 Бағауыл урынына баҫайым, Күҙәтеү манараһында торған килеш Раббының миңә нимә әйтерен, Зарыма нимә тип яуап биререн көтәйем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бағауыл урынына баҫайым, Күҙәтеү манараһында торған килеш Раббының миңә нимә әйтерен, Зарыма нимә тип яуап биререн көтәйем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Бағауыл урынына баҫайым, Күҙәтеү манараһында торған килеш Раббының миңә нимә әйтерен, Зарыма нимә тип яуап биререн көтәйем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Хаваҡҡуҡ 2:1
23 Iomraidhean Croise  

Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды.


Аллалары Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылдылар, бөтә ерҙә – күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем – ялған илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтары эшләнеләр.


Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла: – Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам.


Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.


Һәр атлаған аҙымымды Аллаға белдерер инем, Бер шаһзада һымаҡ хозурына барыр инем.


Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам, Мин Һиңә доғамды оҙатам.


Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ.


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


Табын ҡоролған, Келәмдәр түшәлгән, ашап-эсәләр… Тороғоҙ, эй ғәскәр башлыҡтары, Ҡалҡандарығыҙҙы майлағыҙ!


Сөнки бөйөк Хаким миңә былай тине: «Бар, бер күҙәтсе ҡуй. Нимә күрә, шуны һөйләп барһын.


Шунда күҙәтсе ҡысҡырҙы: «Эй бөйөк Хакимым! Мин һәр даим күҙәтсе манараһында торам; Көнөн-төнөн урынымдан китмәйем!


Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим, Мин һаҡсылар ҡуйҙым. Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ. Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар, Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?


Һеҙгә күҙәтселәр ҡуйҙым. „Борғо тауышына ҡолаҡ һалығыҙ“, – тинем. Әммә: „Ҡолаҡ һалмайбыҙ“, – тип яуап ҡайтарҙығыҙ.


– Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


– Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң.


Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам.


Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan