Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Хаваҡҡуҡ 1:8 - Изге Яҙма

8 Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Аттары уның барыҫтан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ, Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Хаваҡҡуҡ 1:8
17 Iomraidhean Croise  

Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ, Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор.


Бергәләп осоп ҡунырҙар Пелештиҙәр яурынына көнбайышта, Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар, Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар, Ғаммонды буйһондорорҙар.


Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ!


Раббы былай ти: «Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Моав өҫтөндә ҡанатын кирер.


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Бабил-ҡыҙ!


Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар.


– Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә


Аттарының тояҡтары менән урамдарыңды иҙә тапап бөтөр, халҡыңды ҡылыстан үткәрер һәм һинең ҡеүәтле бағаналарыңды ергә ҡолатыр.


Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.


Дошман үҙенең ғәскәр башлыҡтарын саҡыра, Улар абына-һөрөнә ашыға; Ҡала диуарҙарына йүгерәләр – Унда инде ҡамау манаралары ҡоролған.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.


Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: – Хакимыбыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораны. – Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тине Ғайса.


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan