Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Хаваҡҡуҡ 1:6 - Изге Яҙма

6 Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Хаваҡҡуҡ 1:6
24 Iomraidhean Croise  

Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе.


Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе.


Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.


Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә.


Ана, халдейҙар иленә ҡара: Ул халыҡ башҡа юҡ инде! Ашшур, ҡамау манаралары ҡороп, Уларҙың нығытмаларын емерҙе, Илде харабаға әйләндерҙе, Ерҙе ҡырағай хайуандарға бирҙе.


Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ, Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ. Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим? Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың?


Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


«Ҡот осоп ҡысҡырған тауыштарҙы ишетәбеҙ, – ти Раббы. – Дәһшәт тауышы, именлек түгел.


Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел.


Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм».


Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың.


Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Ғәм халыҡты һиңә ҡаршы күтәрерҙәр, улар һине таш бәреп үлтерер һәм ҡылыс менән тураҡлап ташлар.


Асыуымды өҫтөңә түгермен, Утлы ярһыуым менән өтөрмөн, Һине аяуһыҙ кешеләрҙең ҡулына тапшырырмын, Үлтерергә оҫта бәндәләргә бирермен.


Һиңә ҡаршы Мин яттарҙы, Ҡәүемдәрҙең яуыздарын ебәрәм; Күркәмлегеңә, аҡылыңа ҡаршы улар Ҡылыстарын ҡындан һурасаҡ, Гүзәллегеңде нәжесләйәсәк.


Яттар, ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙҙәре, уны ҡырҡып ерҙә ҡалдырҙы. Ботаҡтары тауҙарға, бөтә үҙәндәргә барып төштө. Япраҡлы тәлгәштәре, һынып, уйһыуҙарға сәселде. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, күләгәһенән сығып, уны ташлап китте.


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan