Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




ІV Батшалар 8:3 - Изге Яҙма

3 Ете йылдан һуң ул пелештиҙәр еренән әйләнеп ҡайтты ла, баҫыуы менән өйөн кире биреүҙе юллап, батшаға килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




ІV Батшалар 8:3
10 Iomraidhean Croise  

Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуның өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. –


Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо.


Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы.


Ильясиғин хеҙмәтсеһенә: – Беҙгә ҡылған яҡшылыҡтарына ҡаршы нимә эшләй алабыҙ икән, һора әле. Батшаға йәки ғәскәр башлығына берәй үтенесе юҡмы? – тине. – Мин үҙ халҡым араһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәй йәшәйем, – тип яуапланы ҡатын.


Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште.


Ҡатын Алла бәндәһенең әйткәнен тыңлап, ғаиләһе менән пелешти еренә күсеп китте һәм ете йыл шунда йәшәне.


Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине.


Йәшәп ятҡан урындарын ташлап, ул килендәре менән Йәһүҙә тарафына йүнәлде. Китеп барышлай,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan