Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




ІV Батшалар 1:3 - Изге Яҙма

3 Раббы фәрештәһе Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә былай тине: – Тор, Самария батшаһының илселәренә ҡаршы бар ҙа: «Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һеҙ һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа китеп бараһығыҙ? – тип әйт. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




ІV Батшалар 1:3
21 Iomraidhean Croise  

Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡоролоҡтоң өсөнсө йылында Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Бар, Ахавҡа барып күрен. Оҙаҡламай был ергә ямғыр яуҙырам.


Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –


Ҡыуаҡ аҫтына ятып йоҡлап киткәйне, ҡапыл уға Алла фәрештәһе ҡағылды ла: – Тор, тамағыңа аша! – тип уятты.


Раббы фәрештәһе йәнә килеп ҡағылды: – Тор, аша, сөнки һиңә алыҫ юлға сығырға кәрәк, – тине.


Шул саҡ Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды:


Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе.


Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».


– Сәстәре ныҡ етек ине, биленә ҡайыш билбау таҡҡайны, – тип яуапланылар. – Тишбе ҡалаһынан Ильяс был, – тине батша.


Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.


Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе.


Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ.


Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.


Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.


Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа: – Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине.


Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan