ІV Батшалар 1:2 - Изге Яҙма2 Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе. Faic an caibideil |
Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».