1 Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам.
Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.
Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»
Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.
«Ә һин, ҡолом Яҡуп, ҡурҡма, Төшөнкөлөккә бирелмә, Исраил. Сөнки һине – йыраҡ илдән, Нәҫелеңде әсирлектә булған ерҙән ҡотҡарырмын. Яҡуп кире ҡайтыр, Рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ йәшәр, Башҡа уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ.
Үкһе, Хешбон! Ғай ҡалаһы емерелде! Илағыҙ, эй Рабба ҡыҙҙары, ҡыл туҡымаға уранып, Һыҡтап, диуарҙар араһында йүгерекләгеҙ! Сөнки илаһығыҙ Милком һөргөнгә оҙатыласаҡ, Уның ҡаһиндары һәм түрәләр әсирлеккә алып кителәсәк.
Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә.
Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.
– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.
Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!»
Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.
Әммә уларҙан ҡурҡма, Аллаң Раббының фирғәүенгә һәм бөтә Мысырға ниҙәр ҡылғанын иҫеңә төшөр.
Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла.
Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.
Йушағ үҙенең бөтә ғәскәре, ҡыйыу яугирҙәре менән Гилгалдан сыҡты.
– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.
– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ.
Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр?