3 Килешеү һандығы алдынан ете ҡаһин барһын, һәр береһенең ҡулында мөгөҙ борғо булһын. Етенсе көндө ҡаланы ете мәртәбә урап сығығыҙ, ҡаһиндар борғо ҡысҡыртып йөрөһөн.
Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була.
Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.
Иртәгәһенә Йушағ бик иртә торҙо, ҡаһиндар йәнә Раббы һандығын күтәреп алды.
Етенсе көнөнә улар иртә таңдан тороп ғәҙәттәгесә ҡаланы урап сыҡты, ләкин был юлы инде ете тапҡыр. Фәҡәт ошо көндә генә улар ҡаланы ете тапҡыр ураны.
Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ.
Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ.
Йушағ халыҡҡа ошондай бойороҡ биреү менән, ете ҡаһин, мөгөҙ борғо ҡысҡырта-ҡысҡырта Раббы һандығы алдынан ҡуҙғалды, Раббының Килешеү һандығы улар артынан барҙы.