3 Йушағ, таштан бысаҡтар эшләтеп, Ғаралоҫ ҡалҡыулығы янында Исраил улдарын сөннәтләне.
Шул саҡ Сиппора, үткер саҡматаш алып, улының енес ағзаһының тиреһен киҫеп алды ла ул тирене Мусаның аяҡтарына тейҙереп: – Хәҙер инде һин минең ҡан аша йәрәшелгән кейәүем, – тине.
Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.
Шул осорҙа Раббы Йушағҡа: – Таштан үткер бысаҡтар эшлә лә Исраил улдарының хәҙерге быуынын сөннәткә ултырт, – тине.
Йушағтың сөннәтләү йолаһын башҡарыуының сәбәбе шул: Мысырҙан сыҡҡанда ир ҡорона кергән бөтә хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр сүл гиҙгәндә үлеп бөткәйне.