9 Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора.
Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шивға тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың исеме бөгөнгө көнгә тиклем Беер-Шәвәғ.
Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалып ятҡан ташты һәйкәл һымаҡ баҫтырып ҡуйҙы һәм өҫтөнә зәйтүн майы ҡойҙо.
Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй.
Ул, Раббынан «Һинең исемең Исраил булыр» тигән һүҙ алған Яҡуптың ун ике улынан таралған ырыуҙар һанына ярашлы, ун ике таш алды.
Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора.
Раббы Мусаға: – Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен.
Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын.
Шунлыҡтан ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай йөрөтөлә.
Һаҡсылар, аҡсаны алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр, йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
Раббы уны Моав ерендәге Бейт-Пеғор ҡалаһы эргәһендәге үҙәндә ерләне. Бөгөнгө көнгә тиклем бер кем дә уның ҡәберенең ҡайҙа икәнен белмәй.
һәм уларҙы Алланың ҡанун китабына яҙҙы. Шунан Йушағ ҙур бер таш алып, уны Раббының изге урыны эргәһендәге имән аҫтына һалып ҡуйҙы
Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты.
Юл күрһәткән кеше хиттиҙәр еренә барып төйәкләнде, унда Луз тигән ҡала төҙөнө. Ул ҡала әле лә шулай тип йөрөтөлә.
Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә.
Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.