Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 4:3 - Изге Яҙма

3 Уларға ошонан, Иордан йылғаһының уртаһынан, ҡаһиндар торған ерҙән ун ике таш алырға ҡушығыҙ. Ошо таштарҙы бөгөн төндә ҡуна ҡаласаҡ ергә алып барһындар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 4:3
11 Iomraidhean Croise  

Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.


Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.


Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялған телдәрҙе; Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын.


Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы.


һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ.


Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр.


Йушағ Исраил ырыуҙары араһынан, һәр ырыуҙан берәр кеше иҫәбенән, һайланған ун ике кешене саҡырып алды ла


Исраилдар Йушағтың бойороғон үтәне: Иордан йылғаһы уртаһынан, Раббы Йушағҡа ҡушҡанса, Исраил ырыуҙары иҫәбенсә ун ике таш алып, уларҙы ҡунырға туҡталған урынға алып барып һалды.


Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan