9 Йушағ исраилдарға бойорҙо: – Бында килегеҙ ҙә Аллағыҙ Раббы әйткәнен тыңлағыҙ.
Бөгөн беҙ ҡылғанды ҡабатламағыҙ – бында һәр кем үҙ белдеге менән дөрөҫ тип иҫәпләгәнде эшләй.
Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.
– Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. –
Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға Иордан һыуына аяҡ баҫыу менән туҡтарға ҡуш, – тине.