4 Ошо рәүешле һеҙ ҡайҙа барырға икәнен аңларһығыҙ – сөнки был юлдан бығаса йөрөгәнегеҙ булманы. Ләкин һеҙҙең менән Килешеү һандығы араһында ике мең терһәк ара ҡалырға тейеш, шунан яҡын килмәгеҙ.
Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.
Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине.
Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.
Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ.
Кешеләр өсөн, тауҙы уратып, сик һыҙығы һыҙ. Әйт, тауға менеүҙән һаҡланһындар, хатта уның итәгенә лә яҡын килмәһендәр. Тауға ҡағылған һәр кем үлтерелер.
Алла: – Бында яҡын килмә. Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер, – тине. Шунан Ул Мусаға:
Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.
Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.
Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем.
һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.
Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ.