Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 3:3 - Изге Яҙма

3 һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 3:3
20 Iomraidhean Croise  

Раббы һандығын күтәреп барыусылар алты аҙым яһағас, Дауыт бер үгеҙ һәм һимертелгән бер башмаҡ ҡорбан итте.


Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы.


Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, ҡаһиндар Килешеү һандығын күтәреп алды.


Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар хозурымда даими рәүештә тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итер, икмәк саҙаҡаһы яндырыр, ҡорбан салыр.


Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.


Шул саҡ Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.


Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөүсе левиҙәргә былай тине:


Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.


Ошо рәүешле һеҙ ҡайҙа барырға икәнен аңларһығыҙ – сөнки был юлдан бығаса йөрөгәнегеҙ булманы. Ләкин һеҙҙең менән Килешеү һандығы араһында ике мең терһәк ара ҡалырға тейеш, шунан яҡын килмәгеҙ.


Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар.


Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға Иордан һыуына аяҡ баҫыу менән туҡтарға ҡуш, – тине.


Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты.


Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине.


Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды.


Левиҙәр, Раббының һандығын һәм алтын әйберҙәр һалынған йәшникте алып, теге ҙур таштың өҫтөнә ҡуйҙы. Был көндө Бейт-Шәмәш кешеләре Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа ҡорбандар килтерҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan