1 Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды.
Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.
Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде.
– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.
һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,
Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ.
Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».
Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы.
Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды.
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
Ете ҡаһин һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп Раббы һандығы алдынан барҙы һәм бер туҡтауһыҙ ҡысҡыртты. Улар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Раббы һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар.
Етенсе тапҡырына, ҡаһиндар борғо ҡысҡырта башлағас, Йушағ халыҡҡа былай тип бойорҙо: – Һөрәнләгеҙ! Раббы был ҡаланы һеҙгә бирҙе.
Иртәгәһенә иртүк Йушағ исраилдарға ырыу артынан ырыу булып янына килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуына күрһәтелде.
Ә икенсе көндө иртә таңдан, бөтә ғәскәрҙе йыйып, Исраил аҡһаҡалдары менән ғәскәр башында Ғай ҡалаһына табан китте.
Иртәгәһен исраилдар килеп Гивға эргәһендә туплам булып урынлашты.
Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине.