5 Ҡараңғы төшөп, ҡала ҡапҡаһын бикләр ваҡыт еткәс, улар сығып китте. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйем. Ҡабаланһағыҙ, бәлки, арттарынан ҡыуып етерһегеҙ.
Шунан һуң мин шәмбе көн алдынан эңер төшкәс Йәрүсәлим ҡапҡаларын бикләргә һәм шәмбе үткәнгә тиклем асмаҫҡа бойорҙом. Шәмбе көндө бер ниндәй йөк тә үтмәһен өсөн, ҡапҡалар янына хеҙмәтселәремде ҡуйҙым.
Ҡапҡаларың һәр саҡ асыҡ торор, Көндөҙ ҙә, төндә лә ябылмаҫ; Шул ҡапҡаларҙан ҡәүемдәр байлыҡтарын алып килер, Уларҙы батшалары килтерер.
Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».
Йылғаның ике ярында ла һәр төрлө емеш ағастары үҫер. Изге торлаҡтан ағып сыҡҡан һыу һуғарғанға күрә, уларҙың япраҡтары бер ваҡытта ла һулымаҫ, емештәре бөтмәҫ, ай һайын яңылары өлгөрөр. Емештәре ашарға, ә япраҡтары дауаға ҡулланылыр.
Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –
Ысынында иһә ул шымсыларҙы өй башына мендереп, етен көлтәләре аҫтына баҫырып һалып ҡуйғайны.
Батша кешеләре Иордан йылғаһына табан йүнәлде һәм кисеүгә тиклем ҡыуа барҙы. Улар ҡаланан сығыу менән, ҡала ҡапҡалары бикләнде.
Ҡаланың ҡапҡалары көндөҙ бикләнмәҫ, ә төн унда булмаҫ.
Шаул ебәргән хеҙмәтселәр Дауытты тоторға килгәс, Михәл: – Ул ауырый, – тине.