4 Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –
Шунан һуң Ильясиғин арамиҙарға: – Һеҙ яңылыш юлдан бөтөнләй икенсе ҡалаға килгәнһегеҙ. Эйәрегеҙ, мин һеҙҙе туп-тура эҙләгән кешегеҙгә алып барам, – тине лә Самария ҡалаһына алып китте.
– Ғиври бисәләре Мысыр ҡатындары һымаҡ түгел, уларҙың һаулыҡтары ныҡ, кендек инәһе килеп еткәнсе үк баланан ҡотолоп ҡуялар, – тип яуапланы улар фирғәүенгә.
Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?
Батша Рахав янына: «Өйөңә килгән кешеләрҙе беҙҙең янға сығар. Улар беҙҙең илде күҙәтергә килгән шымсылар», – тигән бойороҡ менән үҙ кешеләрен ебәрҙе.
Ҡараңғы төшөп, ҡала ҡапҡаһын бикләр ваҡыт еткәс, улар сығып китте. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйем. Ҡабаланһағыҙ, бәлки, арттарынан ҡыуып етерһегеҙ.
Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ.
Шул осорҙа Йушағ ант итеп былай тине: «Йерихо ҡалаһын яңынан төҙөр кеше Раббы алдында ләғнәтле булһын. Оло улының йәне хаҡына Ҡаланың нигеҙен һалыр. Кинйә улының йәне хаҡына Ҡапҡа бағаналарын ҡуйыр!»