Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 2:3 - Изге Яҙма

3 Батша Рахав янына: «Өйөңә килгән кешеләрҙе беҙҙең янға сығар. Улар беҙҙең илде күҙәтергә килгән шымсылар», – тигән бойороҡ менән үҙ кешеләрен ебәрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 2:3
15 Iomraidhean Croise  

Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә.


Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ,


Ғаммон түрәләре үҙҙәренең хакимы Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен, атайыңды ихтирам иткәнгә, һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен ҡаланы ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тине.


Авшаломдың кешеләре был өйгә ҡатындың янына килделәр ҙә: – Ахимағас менән Йонаҫан ҡайҙа? – тип һоранылар. – Улар шишмә аша сығып китте, – тип яуапланы ҡатын. Тегеләр эҙләштереп ҡараны ла, бер ни ҙә тапмағас, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте.


Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр.


Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Пилатос йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ, хәҙер ул Кешене һеҙгә алып киләм. Белеп тороғоҙ, мин Унда бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманым, – тине.


Һируд Петрусты төрмәгә яптырҙы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмдө ҡарауыл һағына ҡуйҙы. Ҡотҡарылыу байрамынан һуң уны халыҡ алдына сығарып хөкөм итергә ниәтләне.


Һируд Петрусты халыҡ алдына сығарырға теләгән көнгә ҡаршы төндә Петрус ике сылбыр менән бығауланған хәлдә ике һаҡсы уртаһында йоҡлап ята, ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта тора ине.


Уның бойороғон үтәнеләр һәм мәмерйәнән уның эргәһенә биш батшаны – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшаларын алып килделәр.


Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр.


Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. –


– Сатыр ауыҙына сығып тор, – тине Сисера Яғылға. – Килеп: «Унда берәйһе бармы?» – тип һораһалар, «Юҡ», – тип әйтерһең.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan