2 Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм!
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Мин – борондан бирле Алламын, Минең ҡулдан бер кем ҡотҡара алмаҫ! Мин эшләгәндә, кем Миңә ҡамасаулар?»
Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.
Батша Рахав янына: «Өйөңә килгән кешеләрҙе беҙҙең янға сығар. Улар беҙҙең илде күҙәтергә килгән шымсылар», – тигән бойороҡ менән үҙ кешеләрен ебәрҙе.
Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.