Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 2:1 - Изге Яҙма

1 Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 2:1
23 Iomraidhean Croise  

Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында булыр – шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ, тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүендең ғүмере менән ант итәм!


Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.


Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».


Ошонан һуң халыҡ, Хасироҫтан китеп, Паран сүлендә туҡтаны.


Раббы Мусаға былай тине:


Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы.


Улар Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Бейт-Йешимоҫтан Авел-Шиттимгә тиклем арала туҡталды.


Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың,


Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.


Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай.


Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?


Нимә генә ҡушма, үтәрбеҙ, һине тыңламаған һәм бойороғоңа буйһонмаған һәр кем үлемгә дусар булыр. Бары үҙең генә ныҡ һәм ҡыйыу бул!


Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр.


Хелҡаҫ һәм Рехов, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде.


Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды.


Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


Улар, элекке исеме Луз булған Бейт-Ил ҡалаһы тураһында мәғлүмәт туплар өсөн, шымсылар ебәрҙе.


Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине.


Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине.


Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan