3 Йушағ исраилдарға: – Тағы оҙаҡ мыштырларһығыҙмы? Атайҙарығыҙҙың Аллаһы Раббы биргән ерҙе ниңә һаман биләмәгә алмайһығыҙ? – тине. –
Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған.
Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ.
Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған.
Ялҡауҙың юлын сәнскәк баҫыр, намыҫлыларҙың юлы тигеҙ-киң.
Ялҡау ҡулдар бөлгөнгә төшөрөр, тырыш ҡулдар байлыҡ килтерер.
Шул көндө Йәрүсәлимгә: «Ҡурҡма, Сион! Ҡулдарың хәлһеҙләнмәһен!» – тип әйтерҙәр.
Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Әммә Исраилдың ете ырыуы һаман биләмәгә ер алмағайны әле.
Һәр ырыуҙан өсәр кеше һайлап алығыҙ ҙа мин уларҙы илде тотош йөрөп сығырға ебәрермен. Ерҙе өлөштәргә бүлерлек итеп, уның һүрәтләнешен эшләһендәр ҙә минең яныма әйләнеп ҡайтһындар.
Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.
Йушағ ныҡ олоғайҙы. Раббы уға: – Һин бик ҡартайҙың, ә баҫып алаһы ерҙәр күп әле, – тине. –