Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 16:3 - Изге Яҙма

3 унан һуң көнбайышҡа яфлетиҙәр еренә, Түбәнге Бейт-Хоронға һәм Гәзәргә тиклем төшә лә диңгеҙгә барып терәлә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 16:3
9 Iomraidhean Croise  

Бынан һуң Гәзәрҙә пелештиҙәр менән һуғыш була. Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сиппайҙы үлтерә һәм пелештиҙәр буйһонорға мәжбүр була.


Уның Шәара исемле ҡыҙы ла була. Шәара Түбәнге һәм Үрге Бейт-Хорон, Уззен-Шәара ҡалаларын төҙөтә.


Улар биләгән ерҙәр һәм йәшәгән төбәктәр: Бейт-Ил менән уның эргәһендәге ауылдар, көнсығышта Нағаран, көнбайышта Гәзәр менән уның тирәһендәге ауылдар; Шәхәм менән уның эргәһендәге ауылдар, эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ғаййаға тиклемге ерҙәр.


Ул Үрге Бейт-Хорон менән Түбәнге Бейт-Хоронды ҡайтанан ҡора, уларҙы диуарҙар менән уратылған, бикле ҡапҡалы ҡәлғә-ҡалаларға әйләндерә.


Көнбайыш сиктәрегеҙ Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыш сиктәрегеҙ.


Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө.


Артабан сик Лузға табан барып, Луздың, йәғни Бейт-Илдең көньяғынан битләүгә бара һәм Ғатароҫ-Аддарға, Түбәнге Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауға ҡарай төшә.


икенсеһе Бейт-Хоронға табан йүнәлде, өсөнсөһө сүлгә, Севоим үҙәненә ҡараған юл буйлап сик яғына китте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan