Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 13:2 - Изге Яҙма

2 Алынасаҡ ерҙәр бына былар: пелештиҙәр йәшәгән бөтә төбәктәр һәм гешуриҙарҙың бөтә ерҙәре;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 13:2
15 Iomraidhean Croise  

паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы булды.


Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте.


Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем.


икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан,


Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн.


Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.


Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.)


Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине.


Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды;


Ләкин исраилдар гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен баҫып алманы – улар әле лә исраилдар араһында йәшәй.


Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр.


Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan