2 Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине.
Ул арала Йоав, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һөжүм итеп, батша ҡәлғәһен ҡулға төшөрҙө.
Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә.
Бер кем дә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ: Аллағыҙ Раббы вәғәҙә иткәнсә, аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә һеҙҙән ҡурҡыу һәм тетрәнеү тыуҙырыр.
Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине.
Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.
Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала.
Тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!
– Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора.
Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. –
Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп,
– Әгәр күңелеңә хуш булһам, миңә берәй бәләкәй ҡалала урын бир. Шунда урынлашайым. Ниңә ҡолоңа баш ҡалала һинең яныңда йәшәргә? – тине Дауыт Ахишҡа.