8 Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.
Кисләгәс кенә ул яланға сығып уйға батып йөрөй ине, ҡараһа – дөйәләр килә.
Алланан ҡурҡырға өйрәткән Зәкәрьяһ иҫән саҡта, Ғуззияһ Аллаға ынтылып йәшәй. Ғуззияһ Раббыға ынтылған дәүерҙә, Алла уның тормошон уңышлы итә.
Хатта икмәгемде ашаған, ышанған дуҫым Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.
Улым, мин өйрәткәнде онотма, бойороҡтарымды йөрәгеңдә һаҡла;
«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».
Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара.
һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Күктәр Батшалығына Миңә: «Хакимым! Раббым!» – тип әйткән һәр кем түгел, ә күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ.
Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек.
Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ.
Алла һүҙе һеҙгә яҡын ғына: һеҙ уны үтәй алһын өсөн ул телегеҙҙә һәм йөрәгегеҙҙә.
бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ.
Муса был ҡанундың һүҙҙәрен аҙағына тиклем китапҡа яҙып ҡуйҙы ла
Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.
Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.
Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.
Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.
Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр.
Шунан һуң Йушағ ҡанундың бөтә һүҙҙәрен – фатихаларҙы ла, ләғнәттәрҙе лә нәҡ ҡанун китабында яҙылғанса ҡысҡырып уҡып сыҡты.
Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.