Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 1:5 - Изге Яҙма

5 Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 1:5
34 Iomraidhean Croise  

Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Раббы нисек хакимым батша менән булған, Сөләймән менән дә шулай бергә булһын, уның тәхетен хакимым Дауыт батшаның тәхетенән дә бөйөгөрәк итһен!


Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен.


Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам.


Аллабыҙ Раббы ата-бабаларыбыҙҙы ҡурсалаған кеүек беҙҙең менән дә бергә булһын, беҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын, беҙҙән айырылмаһын.


Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ.


Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине.


Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам.


Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.


Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр.


һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.


Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.


Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».


Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.


Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ.


Батшаларын да ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ был күк аҫтында уларҙың исемен юйып ташларһығыҙ. Берәү ҙә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ, уларҙы тамырынан ҡороторһоғоҙ.


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын.


Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.


– Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ.


Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы.


Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар.


Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне.


Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине.


Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan