Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 1:4 - Изге Яҙма

4 Сүллектән һәм Ливан тауҙарынан Евфрат тигән бөйөк йылғаға тиклем ерҙәр (хиттиҙәрҙең бөтә илен дә индереп), көнбайыш тарафтан Бөйөк диңгеҙгә тиклем бөтә ерҙәр һеҙҙеке буласаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 1:4
12 Iomraidhean Croise  

Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.


Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне.


Сова батшаһы Һададғәзәр Евфрат йылғаһы буйында үҙ хакимлығын нығытырға тип килә ятҡанда Дауыт Хамаҫта уны ла ҡыйрата.


Көнсығышта улар Евфрат йылғаһынан башланған сүллек алдына тиклемге ерҙәрҙә төйәкләнә. Ғилғәд ерендә уларҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре йөрөй.


Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем.


Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең.


Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ.


Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр.


Миңә лә, Иордан аръяғына сығып, шул уңдырышлы ерҙе – гүзәл тауҙарҙы һәм Ливанды күрергә мөмкинлек бирһәңсе».


Ул тауыш борғоһо булған алтынсы фәрештәгә: – Бөйөк Евфрат йылғаһы буйында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan