Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Йушағ 1:1 - Изге Яҙма

1 Раббы ҡоло Муса үлгәндән һуң, Раббы уның ярҙамсыһы Нун улы Йушағҡа былай тине:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Йушағ 1:1
29 Iomraidhean Croise  

Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.


– Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү.


Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы.


Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде.


Быға яуап итеп, Нун улы Йушағ, Мусаның хеҙмәткәре, һайланмыш ирҙәрҙең береһе: – Эй хакимым Муса! Тый һин уларҙы! – тине.


Ҡолом Муса менән улай түгел. Минең йортомда ул иң тоғроһо.


Ғад ырыуынан Махи улы Геуил.


Исасхар ырыуынан Йософ улы Йигал,


Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр.


Ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар сатырҙы Йушағ етәкселегендә, халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барып ҡуйған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған.


Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм.


Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр.


Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын.


Аллағыҙ Раббы алдығыҙҙан Үҙе барыр һәм был ҡәүемдәрҙең барыһын да алдығыҙҙан ҡырып бөтөрөр. Һеҙ уларҙың ерҙәрен биләп алырһығыҙ. Раббының һүҙе буйынса, йылға аша һеҙҙе Йушағ алыр сығыр.


Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.


Башҡа бер пәйғәмбәр ҙә, бер ҡасан да Исраил халҡының күҙ алдында Муса кеүек шундай бөйөк һәм дәһшәтле ғәмәлдәр ҡылманы.


Раббының һүҙе буйынса, Раббы ҡоло Муса шунда, Моав ерендә, вафат булды.


Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин.


Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


– Ҡолом Муса вафат булды. Хәҙер Исраил халҡын Иордан аша Мин ошо халыҡҡа бүләк итеп бирәсәк илгә сығар.


Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan