Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 5:9 - Изге Яҙма

9 Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 5:9
19 Iomraidhean Croise  

Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.


Уны изге урында ашағыҙ, сөнки был – Раббы өсөн бирелгән ут ҡорбандарынан һинең һәм улдарыңдың өлөшө. Миңә шундай бойороҡ бирелде.


Өҫкә күтәреп күрһәтелгән түш ите менән саҙаҡа булған артҡы уң ботто улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ менән бергәләп таҙа урында ашағыҙ. Сөнки улар – Исраил халҡы тарафынан тәҡдим ителгән татыулыҡ ҡорбандарынан һиңә һәм балаларыңа тейгән өлөш.


Саҙаҡа итеп килтерелгән ботто һәм күтәреп күрһәтелгән түш итен ут ҡорбанының эс майы менән бергә алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтһендәр. Раббының бойороғо буйынса, улар һиңә һәм балаларыңа мәңгелек өлөш булыр, – тине.


Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар.


Татыулыҡ ҡорбанының артҡы уң ботон ҡаһинға саҙаҡа итеп бирегеҙ.


Исраил халҡының татыулыҡ ҡорбандарынан күтәреп һелкетелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән ботто алам да Һарун ҡаһин менән уның улдарына Исраил халҡынан мәңгелек өлөш итеп бирәм.


Исраилдарҙың Раббыға килтергән бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын һиңә һәм һинең улдарың менән ҡыҙҙарыңа мәңгелек өлөш итеп бирәм. Был – һинең һәм һинең тоҡомоң менән Раббы араһында төҙөлгән мәңгелек тоҙ килешеүе.


Муса, үҙенә Раббы бойорғанса, был саҙаҡаны – Раббыға тигән һалымды – Әлғазар ҡаһинға тапшырҙы.


Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен.


Изге ҡорбандарығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе алып, Раббы һайлаған урынға килтерегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan