1 Раббы Мусаға былай тине:
Ауырыуы бөткәнгә тиклем был кеше нәжес һаналыр. Ул тупламдан ситтә, башҡаларҙан айырым йәшәһен.
Раббы Мусаға: – Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр.
Муса уларҙы Раббы бойороғо буйынса иҫәпләне; һәр ҡайһыһына эш һәм күтәрергә йөк билдәләнде. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, бөтәһе лә шулай эшләнде.
– Исраилдарға әйт, йоғошло сир менән ауырығандарҙың, ағынтыһы булғандарҙың һәммәһен, мәйеткә ҡағылып нәжесләнгәндәрҙең барсаһын тупламдан сығарып ебәрһендәр.