Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 4:5 - Изге Яҙма

5 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 4:5
23 Iomraidhean Croise  

Левиҙәр, Раббы һүҙе буйынса Муса ҡушып ҡалдырғанса, Алла һандығын һайғауҙар менән яурындарына һалып, юлға сыға.


Шул сәбәптән левиҙәргә изге сатырҙы һәм ундағы хеҙмәт өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙе күтәреп йөрөүҙең кәрәге юҡ».


Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә.


Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр.


Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла.


Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл.


Был тауҙа бөтә халыҡтарҙың өҫтөндәге япманы, Бар ҡәүемдәр өҫтөнә ябылған ҡорманы алып ташлар.


– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.


Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине.


Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш.


Ҡыһаҫ тоҡомоноң Осрашыу сатырындағы хеҙмәте иң изге әйберҙәрҙе хәстәрләүҙән ғибәрәт булыр.


Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине.


Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,


Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе.


Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә.


Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине.


Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan