10 Шул көндө Раббының асыуы ялҡынланды,
Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!
Мин сүлдә уларға ҡулымды күтәреп ант иттем: уларҙы иң гүзәл ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып инмәйәсәкмен.
Раббы Мусаға былай тине: – Был халыҡ тағы күпме Минең йәнемде талар? Араларында күрһәткән мөғжизәләргә шаһит була тороп та, ҡасанға тиклем ул Миңә ышанмаҫ?
Әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм:
Мин аталарына ант итеп вәғәҙә биргән ерҙе күрмәҫ.
Кәүҙәләрегеҙ ошо сүллектә ятып ҡалыр, егерме йәштән алып иҫәпкә ингән өлкәндәрҙең бөтөнөһө Миңә һуҡранған өсөн ошонда ҡалыр.