Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 3:7 - Изге Яҙма

7 Һарун һәм бөтә йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеп, левиҙәр Осрашыу сатырында бөтә эштәрҙе башҡарһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Һарун һәм бөтә йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеп, левиҙәр Осрашыу сатырында бөтә эштәрҙе башҡарһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Һарун һәм бөтә йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеп, левиҙәр Осрашыу сатырында бөтә эштәрҙе башҡарһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 3:7
13 Iomraidhean Croise  

Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай.


Йехиили улдары: Зеҫам менән Йоил. Уларға Раббы йортоноң хазиналарын һаҡлау ышанып тапшырыла.


Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана.


Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.


Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон.


Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын.


Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор.


Улар бөтә Исраил халҡы өсөн Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бар әйберҙәргә яуаплы булһындар һәм барлыҡ эштәрҙе башҡарһындар.


Исраил халҡы өлөшөнән һәр илленсе әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бир.


Һарун левиҙәрҙе исраилдарҙан Раббыға килтерелгән һелкетмә ҡорбан һымаҡ бағышлаһын. Шунан һуң левиҙәр Раббыға хеҙмәт итергә әҙер булыр.


Левиҙәрҙе таҙарындырғандан һәм Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышлағандан һуң, хеҙмәт итер өсөн, улар Осрашыу сатыры янына килә ала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan