Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 28:3 - Изге Яҙма

3 Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 28:3
25 Iomraidhean Croise  

Улар һәр иртә һәм кис тотош яндырыу усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә, Исраилға Раббы биргән ҡанунда нимә яҙылған булһа, шуны эшләргә тейеш була.


Быны ул көндәлек ҡағиҙә буйынса, Мусаның күрһәтмәләренә ярашлы, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, йыл эсендәге өс байрамда – Сөсө икмәк, Аҙналар, Ҡыуыш байрамдарында килтерер була.


Ошонан башлап улар көн һайын тотош яндырыу ҡорбандары, Яңы ай байрамдарында һәм Раббыға арналған бөтә байрамдарҙа ҡорбандар килтерҙеләр, теләгән һәр кем Раббыға үҙ ихтыяры менән башҡа төр саҙаҡалар биреп торҙо.


Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе.


Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?


Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


– Һарунға һәм уның улдарына бойороҡ биреп әйт, бына тотош яндырыу ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Тотош яндырыу ҡорбаны яндырылған урынында, ҡорбан усағында, төнө буйына, иртәнгә тиклем ҡалһын. Усаҡта ут һәр саҡ янып торһон.


«Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ.


Был даими тотош яндырыу ҡорбандарынан һәм уның түкмә ҡорбанынан тыш, шәмбе һайын башҡарыла торған тотош яндырыу ҡорбаны булыр.


Көн дә китерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны һәм түкмә ҡорбандан тыш гонаһ ҡорбаны итеп, Раббыға бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ.


Быларҙы көн дә иртән килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанынан тыш тәҡдим итегеҙ.


Ете көн буйы көн дә шулай эшләгеҙ. Был – ут ҡорбаны өсөн ризыҡ, уның хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. Даими тотош яндырыу ҡорбаны менән түкмә ҡорбандан тыш килтерелергә тейеш был.


Көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһынан тыш, түкмә ҡорбан менән килтерегеҙ быны. Ҡорбанға килтерелгән малдар кәмселекһеҙ булһын.


Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен.


Шулай уҡ гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе алып килегеҙ. Пакланыу көнөндә килтерелә торған гонаһ ҡорбанына, көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелергә тейеш булған икмәк саҙаҡаһына һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ быларҙы.


Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.


Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. –


Ошолай итеп урынлаштырылған сатырҙың алғы өлөшөнә ҡаһиндар ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инә.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan