5 Уларҙың эшен Муса Раббыға еткерҙе.
Дәғүәмде алдына һалыр инем, Ауыҙ тултырып дәлилдәремде әйтер инем.
Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.
Уның менән ни ҡылырға икәнлеге хәл ителмәгәнлектән, һаҡ аҫтына ултырттылар.
Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
Улы булмаған өсөн атайыбыҙҙың исеме нәҫеленән юғалып ҡалырға тейешме ни? Атайыбыҙҙың туғандары араһында беҙгә лә өлөш бирһәңсе!
Раббы Мусаға былай тине:
былай тине: – Раббы ерҙе һин хакимыбыҙға йәрәбә буйынса Исраил улдары араһында биләмә итеп бүлергә бойорғанда, һин хакимыбыҙға туғаныбыҙ Селофхадтың өлөшөн уның ҡыҙҙарына бирергә ҡушҡан.
Муса уларға: – Ошонда тороп тороғоҙ, һеҙҙең турала Раббы ни бойорор икән, тыңлайым әле, – тине.
Ул ҡыҙҙар ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм башлыҡтар янына килеп: – Раббы Мусаға ағай-энеләребеҙ менән бер ҡатарҙан беҙгә лә биләмәгә ер бирергә ҡушҡан, – тинеләр. Шулай итеп, Йушағ, Раббы бойороғона ярашлы, уларға аталарының ағай-энеләре менән бер рәттән биләмәгә ер бүлеп бирҙе.