8 Паллуҙың улы – Әлиав.
Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми.
Рәүвәндәрҙең нәҫелдәре бына шулар. Иҫәпкә алынғандарҙың һаны ҡырҡ өс мең ете йөҙ утыҙ кеше булды.
Әлиавтың улдары – Немуил, Даҫан һәм Авирам. Даҫан менән Авирам, халыҡ башлыҡтарынан булып, Ҡорах яҡлылар менән бергә Мусаға һәм Һарунға ҡаршы сыҡҡайны һәм Раббыға ҡаршы баш күтәргәйне.