Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 24:4 - Изге Яҙма

4 Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 24:4
20 Iomraidhean Croise  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Ҡояш байып барғанда Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, уны ҡурҡыу һәм ҡараңғылыҡ солғап алды.


Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте.


Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине: – Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә.


Раббы Билғамдың күҙен асты, ул юлда ҡылыс тотҡан Раббы фәрештәһенең баҫып торғанын күрҙе. Билғам тубыҡланып йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Билғам йәнә пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй,


„Эй Яҡуп нәҫеле, сатырҙарың, Эй Исраил, торлаҡтарың ниндәй күркәм!


Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, Петрусҡа илаһи күренмеш иңде.


Әле һаман үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Изге Рух Петрусҡа: – Ана, һине өс кеше эҙләп килгән.


Йәрүсәлимгә ҡайтып, Алла йортонда доға ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин


Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғо эсенән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Ул да кейемдәрен сисеп ырғытты, Шемуил алдында пәйғәмбәрлек итте. Көнө буйы, төнө буйы яланғас ятты. Халыҡтың: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигәне шунан тороп ҡалған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan