Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Иҫәп алыу 24:1 - Изге Яҙма

1 Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Иҫәп алыу 24:1
13 Iomraidhean Croise  

Билғам иртә менән торҙо ла Балаҡтың вәзирҙәренә: – Үҙ ерегеҙгә ҡайтығыҙ, Раббы миңә һеҙҙең менән барырға рөхсәт итмәй, – тине.


Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр.


Билғам Балаҡҡа былай тине: – Һин ошонда яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин барып Алла менән осрашайым.


Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым, Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым.


Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.


Балаҡ Билғамды Йешимон сүленә ҡарап торған Пеғор тауы башына алып менеп китте.


Билғам Балаҡка: – Һин яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин китәйем, бәлки, Раббы ҡаршыма сығыр. Ул нимә тиһә, шуны һиңә килеп әйтермен, – тине. Унда Билғам бер яланғас ҡалҡыулыҡ башына менде.


Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне, һәр ҡорбан усағында берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.


Тап шул ҡатындар, Билғам ҡотортоуы буйынса, исраилдарҙы Пеғорҙағы ваҡиға арҡаһында Раббыға хыянат иттерҙе бит! Раббы йәмғиәте шулар арҡаһында үләт ҡазаһына тарыны!


Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән.


Кеше дошманын тапҡас, уны хәйерле юлға оҙатырмы? Бөгөн миңә эшләгәнең өсөн, Раббы һиңә яҡшылыҡ менән ҡайтарыр.


Шаул Исраилдың өс мең ҡаһарман ир-егете менән Дауытты эҙләргә Зиф сүленә төштө.


– Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan